04.07.2019 Путинды ҡоластарын шар асып ҡаршыларға әҙерләнделәр
Рәсәй Президенты бөгөн Италияла.
Италия Хөкүмәте башлығы Джузеппе Конти уны бик яҡшы ҡаршыларға ниәтләгәнен алдан уҡ белдергәйне. Сөнки уның үҙен былтыр октябрҙә Мәскәүҙә бик йылы ҡаршы алғандар, хөрмәт күрһәткәндәр. Хәҙер уның сираты.
Владимир Путин был илдә ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшәсәк. Италия властары беҙгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларынан арынырға уйлай.
Конти әфәнде, беҙҙең ил башлығы менән һәр осрашыу ҙа (һуңғы ваҡытта Пекинда "Бер һыҙат - бер юл" халыҡ-ара форумында, Осакала "G20" саммитында күрешкәндәр) дуҫтарса булды, тип раҫлай. Был юлы ла шулай буласағына ишараланы инде.
Рәсәй Президенты Италияла Рим папаһы, хөкүмәттең элекке рәйесе Берлускони менән дә осрашырға ниәтләй.