03.07.2019 Шифалы орлоҡ - етен булыр
Етен орлоғо менән дауаланығыҙ
Етен орлоғондағы файҙалы мәтдаләр кеше организмын бик күп ауырыуҙарҙан дауалай. Профилактика өсөн ҡулланғанда һеҙ бронхит, аллергия, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренең, тире һәм гинекология ауырыуҙарының, һалҡын тейҙереүҙең нимә икәнен дә белмәйәсәкһегеҙ.
Иң файҙалы рецептарҙың береһе:
4 аш ҡалағы етен орлоғон 1 литр һыуға һалып 10-15 минут тирәһе ҡайнатырға. Аҙаҡ уны томалап, йылы урында тағы ла бер сәғәт ултыртып торорға кәрәк. Уға бер аҙ лимон һутын да ҡушырға була.
Төнәтмәне йылы килеш яртышар стаканлап, көн дауамында 2-әр сәғәт һайын эсеп торорға кәрәк. Дауаланыу курсы 2-3 аҙна.