03.07.2019
Иркут өлкәһен һыу баҫҡан
Аяуһыҙ һыу өйҙәрҙе, мунса, һарай, келәттәрҙе ағыҙып алып киткән. Тиҫтәләрсә кеше хәбәрһеҙ юғалған, батып үлеүселәр ҙә бар. Күпләп йорт хайуандары, мал-тыуар, ҡош-ҡорт батҡан. Магазиндарҙа аҙыҡ-түлеккә, һыуға хаҡтар күтәрелгән.