03.07.2019 Һыуға сумған да юғалған…
Швейцария ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы футболсыһы Флориани Исмаили иптәш ҡыҙы менән Италияның Комо күлендә ял итә.
Икәүләп кәмәгә ултырып, ярҙан бер аҙ йыраҡлашҡас ул һыу инергә була. Сума һәм ҡабаттан сыҡмай. Яр буйы ҡотҡарыусылары оҙаҡ ваҡыт эҙләгәндән һуң, робот-дайверҙы ҡулланырға була. Уныһы күлдең 204 метр тәрәнлегенән ҡыҙҙың кәүҙәһен табып алып, һыу өҫтөнә күтәрә.
24 йәшлек футболсы Швейцарияның «Янг-бойз» клубында уйнап уның капитаны булғайны.