02.07.2019 Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында янғын сыҡҡан, 14 моряк һәләк булған.
Утлы ғәрәсәт кисә, 1 июлдә Североморск ҡалаһы янындағы илебеҙ биләмәһенә ҡараған һыуҙарҙа ҡупҡан. РФ Хәрби флотының ғилми-тикшеренеү аппаратында батиметрик тикшереү үткәргәндә янғын сыҡҡан.
Команда ғүмерҙәрен аямай утҡа ҡаршы көрәшкән, шулай ҙа 14 моряк төтөнгә сәсәп үлгән.
Әле РФ Хәрби-дингеҙ флоты главнокомандующийы етәкләгән комиссия фажиғә сәбәптәрен тикшерә.