02.07.2019 Матур булайым тиһәң...
Бал менән лимон матурлыҡ башланғысы
Битегеҙҙә ҡара нөктәләр (черные точки) бармы? Уларҙан тиҙ арала ҡотолорға бал менән димон ярҙам итәсәк. Бәләкәй лимонды ҡап урталай телергә лә, 3-4 тамсы бал тамыҙырға. Ошо лимон менән битегеҙҙе ышҡығыҙ. Айырыуса ҡара нөктәләр күпләп сыҡҡан танауға, эйәккә, бит остарына иғтибар бүлегеҙ. 5 минуттан һуң һалҡынса һыу менән сайырға.
Был рецепт шулай уҡ пигмент таптарҙы төҫһөҙләй.