02.07.2019 Тәүге "Жигули" машиналарында ошо төрткө-кнопка нимә өсөн булған?
Билдәле булыуынса, 1970 йылдан башлап Советтар Союзы юлдарына "Жигули" автомобилдәре сыҡты.
ВАЗ машиналары илдә ысын мәғәнәһендә революция яһаны. Күпләп техник хеҙмәтләндереү станциялары төҙөлдө, яңы төр яғыулыҡ, майҙар, пластмассалар барлыҡҡа килде, юлдар һалыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Өйҙән сыҡтың, ишекте астың, моторҙы ҡабыҙҙың, кәрәкле урынға ултырып киттең - ошо идея, ниһайәт Совет илендә лә тормошҡа ашты. Аҙаҡ ҡына ВАЗ продукцияһының сифаты түбәнгә тәгәрәне.
Ә бына 70-се йылдарҙа сыҡҡан тәүге машиналарға кешеләр сит ил планетаһынан килгән техника тип ҡараған. Салонда бер нимә лә шығырламай, двигатель 20-30 градус һыуыҡта ла тоҡана, хәрәкәт итеүе лә "Москвич", "Запорожец"тан ҡырҡа айырыла. Был фонда ҡайһы бер техник әйберҙәр сәйер тойолһа ла, шулай булырға тейеш, сит ил кешеләре насар әйбер эшләмәҫ тигән фекер барыһын да еңгән.
Бына, мәҫәлән, һүрәттә күрһәтелгән серле төрткө-кнопка. Баҡтиһәң, уға баҫҡанда алғы тәҙрәгә һыу сәптерә. Руль аҫтындағы рычагты тартырға, йәки "Москвич"тәге кеүек панелдәге һалмауырҙы борорға кәрәкмәй. Йомшаҡ резина кнопкаға нисәне баҫтың - шунсама һыу жиклерҙарға китә, тәҙрәне йыуа. Капот аҫтында пластмасса бачок юҡ, грелка кеүек резина һауытҡа һыу ҡойорға кәрәк булған.
Бындай система бик ышаныслы эшләгән. Баҫтың - һыу китте, сәптерҙе, бармаҡты алдың - диафрагма жиклерға илткән көпшәләрҙән һыуҙы кире һурып ала. Тимәк ҡышҡыһын һыу боҙға әйләнмәй, "омывател"де сафтан сығармай.