01.07.2019 Башҡортостанда - ОЭЗ
Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев Башҡортостанда айырым иҡтисади зона булдырыуҙы хупланы.
Бөгөн РФ хөкүмәте етәксеһендә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров булды. Дмитрий Медведев белдереүенсә, ул эш урыны булдырырлыҡ, инвестиция йәлеп итерлек, социаль һөҙөмтәле булырлыҡ башланғыстарға булышлыҡ итергә тырыша.
Радий Хәбировҡа айырым иҡтисади зона - ОЭЗ - буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.
Беҙҙең республика етәксеһе әйтеүенсә, айырым иҡтисад биләмәһе Ишембай районында, өс ҡала - Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай - араһында буласаҡ. Был - республиканың сәнәғәт һәм газ, химия үҙәге. Агломерацияла яҡынса 500 мең кеше йәшәй.
Тимәк, тиҙҙән яңы үҙгәрештәр көтөлә.