07.07.2019 Үләндәр менән кеүәҫ
Йәйге эсемлек тип һаналғанлыҡтан, кеүәҫте үләндәр менән тәмләндерергә мөмкин. Уға нимә генә һалмайҙар: кейәү үләне, бөтнөк, ҡарағат йәки сейә япрағы, йүкә сәскәһе. Һеҙ ҙә эсемлеккә төрлө тәм өҫтәп ҡарай алаһығыҙ. Бынан кеүәҫ бары тик яҡшыра ғына.
500 г арыш икмәге сохарыйы, әсетке, 200 г шәкәр, 50 г йөҙөм, 5 – 10 япраҡ бөтнөк, 3 – 4 ҡара ҡарағат япрағы, 4 л һыу.
Икмәкте ваҡ итеп телергә һәм духовкала көрән төҫкә ингәнсе киптерергә. Сохарыйға ҡайнар һыу ҡойоп, 3 – 4 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Уны бер нисә ҡат марля аша һарҡытҡас, шәкәр, әсетке, бөтнөк, ҡарағат япрағы өҫтәп, һауытты таҙа туҡыма менән ябып, 10 – 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Ҡатнашма яҡшы итеп әсегәндән һуң ҡабаттан һарҡытырға һәм һәр береһенә бер нисә йөҙөм һалынған шешәләргә ҡойорға. Ныҡлап ябырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Өс тәүлектән кеүәҫ әҙер булыр.