30.06.2019 Был аҙна сканвордына кемдәр дөрөҫ яуап биргән?
Сканвордты дөрөҫ сисеп, билдәләнгән түңәрәктәрҙә ниндәй хәрефтәр йәшенгәнен асыҡлағыҙ һәм шуларҙан һүҙ яһағыҙ. Дөрөҫ паролде дежур телефонға (8-965-941-15-32) тәүге булып ебәреүсене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 100 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шишәмбелә иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә башлай.
Гәзитебеҙҙең 25-се һанында сыҡҡан кроссвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Рәмил МӘТИНОВ (Баймаҡтан) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – каруан.
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Октябрьскийҙан Миҙхәт Шәрипов, Әлшәйҙән Фәниә Ғәлимова, Фәнүрә Абдуллина, Йылайырҙан Венера Абдуллина, Мәғәмүрә Ғәйетова, Әминә Рәмова, Әминә Лоҡманова, Кәбир Абдуллин, Учалынан Әлфиә Суфьянова, Динә Кәримова, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, З.Янышева, Күгәрсендән Венера Шәйәхмәтова, Ейәнсуранан Ғәли Ишкинин, Сәлим Юлдашбаев, Өфөнән Алина Ғәлимова, Баймаҡтан Сафия Насирова, Рәшиҙә Йылҡыбаева, Зифа Ғүмәрова, Көнһылыу Сөләймәнова ебәргән.