27.06.2019 Урмандар яна!
Республиканың ҡайһы бер райондарында ҡоролоҡ, айҙар буйы ямғыр яумай. Көндәр ҡоро тороу сәбәпле, урмандарҙа янғын хәүефе лә арта. Кисә Учалы, Хәйбулла, Бөрйән райондарында урман янғындары һүндерелгән. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында әлегә утты туҡтатып булмаған. Ут сығыуға күп урындарҙа кеше факторы ғына түгел, йәшен дә сәбәпсе.
Йыл башынан республикала 131 янғын булып, 1671 га майҙан уттан зыян күргән.