26.06.2019 Гиппократ антына төкөргән...
Булгаковола "Тиҙ ярҙам" фельдшеры инсульттан ҡолаған йәш иргә ярҙам итеүҙән баш тартҡан.
Был туралағы видео бөтә илгә таралып, шау-шыу ҡуптарҙы.
Шаурма әҙерләгән егеттең кинәт йығылып киткәнен осраҡлы кеше, Әлиә Жданова, күреп ҡалып, "Тиҙ ярҙам"ға шылтыратҡан. Һәм бер аҙҙан ул яҡында "Тиҙ ярҙам" машинаһы торғанын абайлап, шунда йүгереп барған да, ярҙам кәрәклеген аңлатҡан. Ләкин машина эсендә ултырған фельдшер ҡатын уҫал рәүештә уны ҡыуалап, ярҙамға ашыҡмаған.
Егеткә магазин һатыусыһы Наталья Шапошникова ярҙам күрһәткән - ул элек 20 йыл дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән. Шулай уҡ башҡа кешеләр ҙә битараф ҡалмаған, хәлдәренән килгәнсә ярҙамлашырға тырышҡан.
"Тиҙ ярҙам" машинаһы Өфөнән 19 минуттан һуң ғына килеп еткән. Ә бит инсульт һуҡҡанда һәр минут ҡәҙерле. Егет әлеге ваҡытта дауаханала.
Ауыр хәлдәге кешегә ярҙам итмәгән фельдшерҙың ҡылығын Тәфтиш органдары тикшерә.