26.06.2019 Биометрик мәғлүмәттәр менән кредит алып буласаҡ
Башҡортостанда 26 банктың 146 бүлексәһендә үҙеңдең биометрик мәғлүмәттәреңде ҡалдырырға мөмкин. Был эш 1 ноябрҙән башланасаҡ. Берҙәм биометрик системала кешенең тауышы һәм йөҙө яҙыла. Клиентҡа өйҙән сыҡмай ғына гаджет аша депозит иҫәбе астырырға, кредит алырға, иҫәп асмай аҡса күсерергә мөмкин.