26.06.2019 Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!
Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов бөгөн ҡулына өр-яңы китабын ҡулына алды.
Сыуаш Республикаһының китап нәшриәтендә 1000 дана менән уның "Ташлама, әсәй" повесы донъя күрҙе. Әҫәрҙе сыуаш теленә “Хыпар” нәшриәт йортоноң бар мөхәррир урынбаҫары, драматург Димитрий Моисеев тәржемә иткән.
Әйткәндәй, Айгиздең күләмле өс әҫәре сыуаш теленә тәржемә ителгән, ваҡытлы матбуғатта донъя күргән. Ә өр-яңы повесы ошо арала "Ватандаш" журналында баҫыласаҡ.