25.06.2019 Яңғыҙ ирҙәрҙе талағандар
Яңғыҙ ирҙәрҙе талаған Күмертау бандаһы, ниһәйәт, хөкөм алдына баҫасаҡ.
Енәйәтсел төркөм 19-30 йәшлек биш ирҙән һәм 17 йәшлек ҡыҙҙан торған. Уларға ауыр хәлдәрҙән торған "Талау" статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған һәм судҡа тапшырылған.
Төркөмгә 2018 йылда 30 йәшлек ир нигеҙ һалған. Әйткәндәй, ул хәрби-патриотик клубының етәксеһе булып эшләгән. Тренер үҙенең дүрт тәрбиәләнеүсеһенә яңғыҙ ирҙәрҙе таларға тәҡдим иткән, тегеләре ризалашҡан.
Бандаға балиғ булмаған ҡыҙ ҙа ҡушылғас, уға көслө затты ымһындырыу бурысы йөкмәтелгән.
Үҫмер ҡыҙ социаль селтәрҙәрҙә икенсе исем аҫтында танышып, ир-атты кеше йөрөмәгән урындарға осрашыуға саҡырған. Күрешеү өсөн килгән ирҙе биталар менән туҡмағандар, ысын булмаған пистолет менән ҡурҡытҡандар, ҡорбандарҙың машинаһын тартып алғандар.
Ике ай эсендә бандиттар өс кешене талаған һәм 289 мең аҡса “эшләгән”.