25.06.2019 29 июндә Рәсәй халҡы ун мең аҙым үтәсәк
Был көндө ил күләмендә "Йәшәүгә ун мең аҙым" акцияһы үтәсәк. Ул Рәсәй йәштәре көнөнә арналған.
Башҡортостан да был хәрәкәткә ҡушылырға ниәтләй. Был шәмбелә ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә үҙ һаулыҡтарына битараф түгелдәр йыйыласаҡ.
Өфөлә сәләмәтлек байрамы иртәнге сәғәт 10-да М.Ғафури исемендәге үҙәк ял һәм мәҙәниәт паркында башланасаҡ. Тәүҙә йыйылыусыларҙың пульсын һәм артерия баҫымын тикшерәсәктәр. Унан һуң билдәле спортсылар менән күмәкләшеп зарядка эшләгәндән һуң #ПередайСердце флешмобы үтәсәк. Аҙаҡ Рәсәй кимәлендәге "Һәр ҡалаға сәләмәтлек маршруты" эстафетаһын һәр муниципалитетҡа биреү ойошторола. Өфө Нефтекамаға, Башҡортостан Республикаһы - Сыуашстанға эстафетаны тапшырасаҡ.
Акцияны БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова асасаҡ. Байрамда шулай уҡ "Милләт һаулығы лигаһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты Николай Кононов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Забелин, БР спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашасаҡ.