RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өмөтбайҙа ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

25.06.2019 Өмөтбайҙа ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы китапханасыһы Алгөл Латыпова хәбәр итә:

- Беҙҙең ауыл халҡы заманса йәшәргә тырышып, йәшәгән ерҙәрен матурлай, береһенән-береһе артырып донъя көтә. Кешеләре мал-тыуар, ҡош-ҡорт күпләп үҫтерә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Техникаға ҡытлыҡ юҡ. Ауылда урта мәктәп эшләй. Уның ябылмауы ла йәштәрҙең ҡалыуына, балаларҙың булыуына бәйле. Киләсәктә лә бында белем усағы һүнмәҫенә ышанғы килә. Мәсеткә ремонт, зыярат тирәһен тәртипкә килтереү кәрәк ине, күмәкләшеп аҡса йыйып, быны бергәләп хәл иттек. Мәҙәни усаҡ һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ауыл тормошонда ҡайнай. Ике сауҙа нөктәһе эшләй. Фельдшер пункты ла барыһына медицина ярҙамы һәр ваҡыт күрһәтеп тора.

Байрамға килгәндә ауылда йәшәүселәр, ситтән килгән ҡунаҡтар изге урынға, Мохан тауы итәгендә йыйылды. Билал ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро, Өмөтбай ауыл мәҙәниәте етәксеһе Әлфия Сәғәҙәтова һәм Өмөтбай ауыл китапханасыһы Алгөл Латыпова, староста Зиннур Көмөшбаев барыһын да тәбрикләне.

Өмөтбай үҙе өс ҙур урамдан тора. Ауылға ҡайтҡан ҡыҙҙар урамдары менән йыйылышып осрашып, мәсет янына ағыла. Йыйылыусыларҙың ата-бабалар, туғандары рухтарына Ноғман хәҙрәт Һибәтуллин доға ҡылғандан һуң, барыһы ла ялан яғына йүнәлде. Ашнаҡсылар - Өмөтбай ауылы ҡыҙҙары Мәйсәрә Иҫәньюлова, Сания Ҡотлогилдина, Гөлсинә Аҡбулатова аш бешереп, сәй әҙерләп ҡуйғандар ине. Әйткәндәй, байрамға Ноғман һәм Земфира Һибәтуллиндар, Уран һәм Зөлфиә Латыповтар, Эльвира Нөғәмәнова, Әлфиә һәм Зөлфәр Сәғәҙәтовтар, Рамил һәм Әнүзә Мәжитовтар ғаиләләре ҡорбан итеп салынған һарыҡтарын бүлде.

Осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, иҫтәлектәр менән бүлешеү тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Оло быуын вәкиле Рәфҡәт ағай Дауытов йәштәргә кәңәштәрен әйтте, матур сараны ойоштороп, ауыл халҡын берләштереүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Бергәләшеп элекке йырҙар йырлауы ла үҙенсәлекле булды, күңелдәргә наҙ, моң өҫтәне. "Дәртле" бейеү ансамбле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың фольклор ансамбле лә ауылдаштарына матур бейеүҙәр бүләк итте.

Алыҫтан килгән ҡунаҡтар ҙа, ауылдыҡылар ҙа байрамда ихлас ҡатнашты. Уйындарҙа, төрлө ярыштарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа әүҙемлектәрен күрһәтте, бүләктәр алып ҡыуанды.

Ялан шау-гөр килеп торҙо. «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» тип аталған сара оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр, киләсәктә өмөтбайҙарҙы тыуған яҡтарына тартып, әйҙәп торор. Өмөтбай ауыл клубы етәксеһе Әлфиә Сәғәҙәтова билдәләүенсә, халыҡҡа оҡшаған, бергә йыйған был сара алдағы йылдарҙа тағы ла күркәмерәк, байыраҡ программа менән үткәреләсәк.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне