25.06.2019 Владимир Путин хәрби продукция һатыуҙан килгән сумманы атаны
Рәсәй Президенты белдереүенсә, хәрби тәғәйенләнештәге продукцияны ситкә һатыу күләме рекорд кимәленә еткән.
Заказдар портфелендә 54 миллиард доллар ята. Экспорттан килгән килем 45 процентҡа артҡан.
Владимир Путин был хаҡта Сит дәүләттәр менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында һөйләне.
Ҡоралды һатыу ғына түгел, ә һатҡан техниканы модернизациялау, заказсы дәүләттәр биләмәһендә сервис үҙәктәре асыу, ремонт хеҙмәте күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу кеүек мөһим мәсьәләләр тураһында ла уйларға кәрәк, тине Президент.
Ил башлығы әйтеүенсә, донъя кимәлендәге ҡоралландырыу баҙарында Рәсәй ышаныслы рәүештә икенсе урында тора.