06.07.2019 Ярманы дөрөҫ һаҡлағыҙ!
Ашаған ризығыбыҙ сәләмәтлек өсөн зыянлы булырға тейеш түгел. Һәр аҙыҡтың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Ярмаларҙа ул төрлөсә.
Тарының тәме 4 ай ғына һаҡлана.
Дөгөнөкө – 1,5 йыл. Уға төрлө бөжәк эйәләмәһен өсөн һауытҡа бер нисә металл ҡапҡас йәки һарымһаҡ һалып ҡалдыралар.
«Геркулес» ярмаһының ҡулланыу ваҡыты – 4 – 5 ай.
Ҡарабойҙайҙы 20 айҙан артыҡ һаҡларға кәрәкмәй.
Манный ярмаһы 14 ай дауамында тотонорға яраҡлы.