23.06.2019 Сафлыҡ - төп шарттарҙың береһе
Озоди радиоһы хәбәр итеүенсә, Дүшәнбе ҡалаһының судмедэкспертиза үҙәгендә йыл һайын йөҙҙәрсә мөрәжәғәт теркәлә - ғиффәтлелек буйынса. Мәҫәлән, былтыр 570 ата-әсә ҡыҙ балаһының сафлығын раҫлап йөрөгән.
19 йәшлек Идимо Шерова өсөн никах төнө ҡурҡыныс ваҡиғаға әйләнгән: ире Фирузи Мухаммадраджаб уны боҙоҡлоҡта ғәйепләп, туҡмап тороп, "һигеҙ йәштән алып ҡыҙ түгелмен шул", тип көсләп әйттергән дә, шуны видеоға төшөргән. Ярым яланғас ҡыҙ ҡурҡышынан уның талабын үтәгән. Видео мессенджерҙар аша тирә-яҡҡа таралған, һәм Идимо хәҙер урамға ла сыға алмай - барыһы ла унан көлә. Фирузи, быға минең ҡыҫылышым юҡ, тиһә лә, видеоны унан башҡа кем таратһын? Ир шул төндә үк кәләшен өйҙән ҡыуып сығарған.
Идимо Шерова иренән рухи зыян күреү сәбәпле, судҡа мөрәжәғәт итеү менән дә, суд уны яҡламаған.
Кәмһетелгән Идимо туйға тиклем һәм туйҙан һуң (ире ғәйепләгәндән һуң) дүрт тапҡыр медицина тикшереүе үткән. Бөтә табиптар ҙа уның һаманғаса саф килеш ҡалыуын раҫлаған. Мин тын алам, әммә йәшәүҙән туҡтағанмын, ти Идимо: "Мине, саф ҡыҙҙы, бушҡа ғәйепләйҙәр, йөҙөмдө лә астырмайҙар".
Таджикистанда ҡыҙ кейәүгә мотлаҡ саф килеш сығырға тейеш. Ире "боҙоҡ" кәләшен урамға сығарып ебәрһә, ҡыҙҙың ата-әсәһе лә уны кире ҡабул итмәй.
Ундағы закондар буйынса, ҡыҙ менән егет өйләнешер алдынан медицина тикшереүен үтә, генетик анализ бирә (яҡын туғандар бәйләнешенә юл ҡуймаҫ өсөн), шулай уҡ ВИЧ, гепатит һәм башҡа сирҙәргә лә тикшереләләр. ВИЧ һәм гепатит менән сирлеләргә рәсми рәүештә өйләнешеү тыйыла.