22.06.2019 Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы асылды
Ҙур форум алдынан Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан ҡунаҡтар Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскәләр һалды. Митигты тантаналы асып Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
" Илебеҙ именлеген һаҡлап, яуҙа ятып ҡалғандарҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Башҡортостандан ғына һуғышҡа киткән 32 мең кеше әйләнеп ҡайтмаған. Еңеүҙең халҡыбыҙҙың ҡаһарман фиҙакәрлеге менән яуланғанын онотмаһаҡ ине. Беҙҙең ветерандарыбыҙ оло хөрмәткә лайыҡ", - тине ул.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл үтһә лә, яугирҙәрҙең һөйәктәре табыла, шәхестәре асыҡлана. Башҡортостандың эҙәрмәндәр хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев Новгород өлкәһендә табылған 145 -се уҡсылар бригадаһы яугире Ефим Назаровтың медальонын ҡыҙы Тамара Соловьеваға тапшырҙы. Ошоға тиклем һалдат " хәбәрһеҙ юғалғандар " исемлегендә йөрөгән.