21.06.2019 Балалар пособиеһы өс йәш тулғансы түләнәсәк, ти
Был хаҡта ҡарар ҡабул ителгән. Аҡсаны тапшырыу юлдары асыҡлана.
В. Путин менән бәйләнеш мәлендә бер әсә:”Ни өсөн 1,5 йәштән алып 3 йәшкә тиклем ҡатындарға айына ни бары 50 һум түләнә?” — тигән һорау бирҙе.
—Бындай түләм бар. Тик уны дәүләт түгел, ә бала ҡараусыға эш биреүсе түләргә тейеш, — тине Путин.
"Киләсәктә бала ҡараған әсәләргә пособиены 3 йәшкә тиклем түләргә йыйыналар. Тик был закондың шарттары көйләнеп бөтмәгән. Был ярҙам ҡасан түләнергә тейеш: ғаиләнең килеме бер кешегә йәшәү минимумы 2 йәки 1,5 тапҡыр артмаған осраҡтамы? Был турала һөйләшеүҙәр бара", - тине ил Президенты.
Белеүегеҙсә, быйылдан беренсе һәм икенсе балаға өҫтәмә пособие түләнә башланы. Күләме – уртаса 11 мең һум. 2020 йылдан был пособиеға дәғүә итеүсе ғаиләләр һаны тағы ла артасаҡ.