24.06.2019 «Асыҡ студия» ябыла
Рәсүл СӘҒИТОВ,
«Юлдаш» радиоһының бүлек етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
«Юлдаш» радиоһының байтаҡ йыл тура эфирҙа эшләгән төп ижтимағи-сәйәси программаһы – «Асыҡ студия» киләһе аҙнала был миҙгелдәге һуңғы биш сығарылышын тәҡдим итер. Төп мәсьәләләр рәүешендә, әүәлгесә, ил һәм республикалағы иң мөһим ваҡиғалар, саралар, процестар торор – тарих иҫкә төшөрөлөр, бөгөнгө барланыр, киләсәккә фараздар яһалыр. Миҫалға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын атарға мөмкин – уға махсус ваҡыт бүлергә йыйынабыҙ.
Ғөмүмән, сәйәси миҙгелде лә ниндәйҙер дәрәжәлә йомғаҡларбыҙ, сөнки ижади төркөмөбөҙ йәйге ялға китә, проектҡа яңынан август башында тотонорбоҙ, тигән ниәттәбеҙ.
Быйылғы көҙҙөң дә беҙ шөғөлләнгән өлкә яҡлап яҙҙай ҡыҙыу булыры әленән билдәле. Ә был һәр күренешкә ентекле ғәҙел ҡараш, тәрән аңлатма, мәлендә еткерелгән белгес һүҙе талап ҡыла. Шулай тигәндә тәү нәүбәттә 8 сентябрҙә үтер оло сара – Башҡортостан Башлығын һайлау күҙҙә тотола, әлбиттә. Дәғүәселәрҙең ишлелеге, һаман күрһәтелә барғаны мәғлүм, һәм быны ыңғай ҡабул да итергә кәрәктер – граждандар йәмғиәтенең даими камиллашҡанын, ватандаштарыбыҙҙың, шәхси донъяһынан тыш, ил-көн өсөн дә яуаплылығы артҡанын дәлилләй ул. Ошолар һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт биреп кенә ҡалынмаҫ, күпселектә хатта бынан тулыһынса баш тартылыр: саф алдында байраҡ тотоп анализлау атлар, һәр береһе урынын да тапҡан, күренеп тә торған, барлығы менән байытҡан да фекерҙәр гөлләмәһе төҙөлә барыр. Ҡатылыҡ, ҡәтғилек хөкөм һөргән сәйәси өлкәлә лә, эйе, сәскәле күркәмлеккә һуҡтырабыҙ, сөнки бурысыбыҙ тап шунда – яҡшыны яҡтыртыуҙа, яманды ябыуҙа. Ғәҙәттәгесә, ағай-эне, йәмәғәткә мөрәжәғәт итәбеҙ: шылтыратығыҙ, яҙығыҙ, һөйләгеҙ. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙән сығып темалар һайланыр, тулы хәл ителешкә нәҡ һеҙҙең тауышығыҙ ғына етмәй торалыр, бәлки.
Тыңлаусыларыбыҙҙың, әңгәмәләребеҙгә бигерәк тә эштән ҡайтҡанда ҡолаҡ һалған автомобилселәрҙең, үтенесен иҫәпкә алып, оҙайлы ял бөтөүгә яңынан асылыр «Асыҡ студия»ның башланыу ваҡытын киске сәғәт 7-се 15 минутта ҡалдырырға булдыҡ.