20.06.2019 Күстәнәс урынына - наркотик
Салауат ҡалаһында йәшәгән 22 йәшлек ҡатын төрмәләге иренә наркотик бирәм тигәнендә тотолған. Шуның өсөн уны ла хөкөм итәсәктәр.
Өфөләге 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияла ултырған ире наркотик һаҡлаған өсөн рәшәткә артына эләккән булған. Былтыр ул ҡатынынан наркотик килтерергә һораған.
Ҡатыны 4 грамм гашишты аҡса араһына ҡыҫтырған һәм сумкаһына һалып алған. Тик ул контроль-үткәреү пунктында тикшереүҙә хеҙмәткәрҙәрҙә шик уятҡан. Этле кинолог сумкала тыйылған матдәне тапҡан.
Ҡатын үҙенең ғәйебен танымаған, әле уға ҡарата енәйәт эше судҡа тапшырылған.