19.06.2019 Аңһыҙ ҡаза аяҡ аҫтында... һәм баш өҫтөндә һағалай
Силәбе өлкәһендә өсөнсө бала токтан һуғылып һәләк булған.
Май аҙағында Һатҡы районының Баҡал ҡалаһында 14 йәшлек үҫмер йылылыҡ трассаһына менгәс, йығылып китмәҫ өсөн электр сымына йәбешеп, йән бирһә, Минйәрҙә 2 июндә 7 йәшлек бала боҙоҡ электр плитәһенә тейеп, токтан һуғылып үлде.
9 йәшлек баланың үлеме менән тамамланған фажиғә Аша районында урынлашҡан Биянка ваҡ таш заводының ҡаҙыу эштәре алып барылған урманда булған.
Минйәр ҡалаһы ситендә бер нисә карьер бар, шуларҙың береһенә өс малаҡай еләк йыйырға бара ла инде. Әле бешеп тә етмәгән еләк менән банкаларын тултырғас, малайҙарҙың береһе электр бүлгес шкафына менеп, сымдарға тейә. 9 йәшлек баланы шунда уҡ ҡеүәтле ток (меңдән ашыу вольт!) һуға.
Бетон плитәләр өҫтөндәге шкаф ябыҡ булған. Ишегенә иҫкәртеүҙәр ҙә яҙылһа ла, был баланы, үкенескә, туҡтатмаған.