19.06.2019 Айырылышҡан, ә үсе ҡалған
Новосибирск ҡалаһында тауҙа йүгереү (скайраннинг) буйынса Рәсәй чемпионкаһы Елена Рухлядты урлағандар. Дуҫтарының һүҙе буйынса, уны элекке ире Ярослав Фокин урлаған. Тәфтиш комитеты ошо ваҡиға буйынса енәйәт эше асҡан.
Еленаны кисә фатирында һуштан яҙҙырып, тоҡҡа тығып алып сыҡҡандар ҙа, урланған машинала Обь йылғаһы яғына киткәндәр. Кәмәлә йылға аша сығып, ир спортсыны Айыу утрауында йәшергән, тип фаразлайҙар.
Ярослав - айырым тәғәйенләнештәге мобиль отряд (ОМОН) хеҙмәткәре. Ул ошоға тиклем Еленаны бер нисә тапҡыр туҡмағаны ла булған. Елена уның өҫтөнән ғаризалар яҙғаны өсөн ирҙең үсләшеүе ихтимал, ти дуҫтары.
Шул тиклем Еленаға ҡаныҡмаһа ла булыр ине... Ҡатындар бөткәнме ни донъяла?!