19.06.2019 Эсеп кеше тапатҡан өсөн 15 йыл төрмә
15 йылға тиклем: Путин «иҫерек» юл фажиғәләре өсөн язаны көсәйтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уның эсенә түбәндәгеләр инә:
- һаулыҡҡа ауыр зыян килтерелгән юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү (элек 4 йыл ине);
- үлгән кеше булһа, 7-нән 12 йылға тиклем (2-7 йыл урынына);
- авария ике һәм унан да күберәк кешенең һәләк булыуына килтерһә, 15 йылға тиклем (хәҙер 4-9 йыл);
Үҙ сиратында, Рәсәйҙең Автомобиль хужалары федерацияһы башлығы Сергей Канаев язаны көсәйтеү иҫерек водителдәрҙе туҡтатмаясаҡ, сөнки эскән килеш рулгә үҙенең язаһыҙ ҡаласағына ышанғандар йә иһә быны аңламағандар ғына ултыра тип иҫәпләй.
Рәсәйҙә иҫерек водителдәр ғәйебе менән юлдарҙа йыл һайын 4 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә.