18.06.2019 Түләүҙәрҙән ҡотолған "льготник"тар исемлеге яңыртылды
Бөгөндән өр-яңы закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, ҡайһы бер категория граждандары төрлө түләүҙән азат ителә.
Капиталь ремонтҡа, торлаҡты тотоуға, газға, йылылыҡҡа, сүп-сар сығарыуға, ғөмүмән, коммуналь хеҙмәттәргә түләмәүселәр рәтенә түбәндәгеләр инә:
- Советтар Союзы, Рәсәй геройҙары,
- Дан орденының тулы кавалерҙары,
- Рәсәйҙең Хеҙмәт геройҙары,
- Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙары,
- Социалистик хеҙмәт геройҙары.
Шулай уҡ улар менән бергә йәшәүсе хеҙмәткә яраҡһыҙ кешеләр ҙә түләүҙән азат ителеүе бар, быныһын ентекле белешергә кәрәк.