18.06.2019 Һалдат ата-әсәләре һаҡ булығыҙ!
Мутлашыусылар барлыҡҡа килгән. Уларҙың схемаһы ябай, шулай ҙа тоҙаҡҡа эләгеүселәр бар.
Яуыз уйлы әҙәмдәр хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле егеттәрҙең һәм әле әрмелә йөрөгән һалдаттарҙың мәғлүмәте тупланған базаны ҡулына төшөргән. Улар ата-әсәләргә "мин Михаил Дорогов һәм улығыҙҙың командиры булам" тип түбәндәгене яҙа:
- Здравствуйте. Вас беспокоит заместитель командира по воспитательной работе Дорогов Михаил Николаевич. Дозвониться до вас не могу. Никита сказал, как с вами выйти на связь через соц сети. Он подрался с сослуживцем. У вашего все хорошо. У второго пробита голова. Без суда теперь не обойтись. Мальчик хороший, но не подумал, что натворил. Мой номер: +7 (965) 386-13-74.
Был мутлашыу схемаһы сағыштырмаса яңы, апрель айында ғына барлыҡҡа килгән. Хәбәрҙе уҡыған ата-әсә йөрәге тертләп тиҙ арала телефонға йәбешә һәм Дороговҡа шылтырата. Тик трубканы бер кем дә алмай һәм иҫәптәге бар аҡса юҡҡа сыға.
Мутлашыусылар Михаил Дорогов персонажын бөтә Рәсәй буйынса ҡулланған. Әле "Бәйләнештә" селтәре хакимиәте ул сәхифәне туңдырған.
Ошондай хәбәрҙәр яҙһалар аптырамағыҙ, ҡурҡмағыҙ. Улығыҙ менән бәйләнешкә инеп, һорашығыҙ.