17.06.2019 Ялған дарыуҙар һатыуға юл ҡуйылмаясаҡ
2019 йылдың 1 июленән дарыуҙарҙы мәжбүри маркировкалау ғәмәлгә инә. Яңы йылдан был системаға инмәгән ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар маркировкалы дарыуҙар менән эш итә алмаясаҡ. Бынан тыш, мәғлүмәттәрҙең ваҡытында системаға индерелмәүе, дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәүе, дарыуҙарҙы маркировкаһыҙ һатыуға сығарыу һәм һаҡлау өсөн штрафтар ҙа ҡаралған.
Бөгөнгө көндә ялған дарыуҙар менән һатыу итеү бөтә донъяны баҫып алып бара. Эксперттар уны килем сығанағы буйынса, наркотик һәм ҡорал һатыуҙан ҡала килә өсөнсө урынға ҡуя. Мысырҙа, Сауд Ғәрәбстанында, Һиндостанда ялған дарыуҙар менән һатыу итеү өсөн үлем язаһы ҡаралған. Дарыуҙарға ҡағылышылы был яңылыҡта төп һәм һуңғы маҡсат булып, халыҡты ялған медицина препараттары һатып алыуҙан һаҡлау һәм сифатһыҙ препарттарҙы әйләнештән алып ташлау булып тора.
Уның буйынса һәр кем үҙенең смартфоны аша дарыуханала һатылған дарыуҙың ялған түгеллеген тикшерә аласаҡ. Сөнки махсус билдәләр дарыуҙың икенсел ҡабына төшөрөлөргә тейеш. 2019 йылдың 1 октябренән юғары сығымдар талап иткән препараттарға мәжбүри маркировкалау индереләсәк. 2020 йылдың 1 ғинуарынан иһә дарыуҙарҙың 100 проценты маркировка үтергә тейеш.