17.06.2019 Малкинды Магнитогорскиҙа көтәләр
"Металлург" командаһы вице-президенты Геннадий Величкин әйтеүенсә, билдәле хоккейсы Евгений Малкиндың оҙаҡламай тыуған яғына ҡайтасағына шиге юҡ.
Ул белдереүенсә, уның ул хаҡта уйлауы бөтәһенә лә билдәле. 32 йәшлек үҙәк һөжүмсе НХЛ-дың "Питтсбург" командаһында инде 12 миҙгел уйнап, улар составында өс тапҡыр Стэнли кубогын яулай. Уның клуб менән тағы ла өс йылға килешеүе бар. Контракты бөткәс, күптәр уйлауынса, Малкин Магнитогорскиға ҡайтасаҡ.