23.06.2019 Картуф ҡорто (проволочник) нимәне яратмай?
Бер инә бөжәк сезонына 200 йомортҡа сығара. Шуға ла тупраҡта был бөжәк бик тиҙ үрсей. Картуф ултыртҡанда соҡорға һуған ҡабығы һалырға кәрәк. Бүлбеләрҙе һуған ҡабығы төнәтмәһендә тотоп алырға ла була.
Горчица, борос үҫкән тупраҡта ла был бөжәк булмай. Картуф ултыртҡанда төбөнә горчица оно, әсе борос һалһағыҙ ҙа ҡорт килмәҫ.
Эзбиз – был ҡорттоң дошманы.
Картуфты ҡаҙып алғас та ерҙе яҡшы итеп ҡаҙып, эшкәртегеҙ. Аҡтамырҙы һәр саҡ йолҡоп алығыҙ. Был бөжәккә туҡланыу өсөн аҙыҡ булмаһа, ул үрсей ҙә алмаҫ. Тупраҡтың әселеген кәметеү ҙә шарт.