19.06.2019 Еләктән мул уңыш алайым тиһәгеҙ…
Еләкте, ултыртҡас, сәскәгә тумалғанда, емешен йыйып алып бөткәс, туҡландыралар. Химия ҡулланмайынса түбәндәгесә ашлап ҡарағыҙ, уңышын йыйып та өлгөрә алмаҫһығыҙ!
Бының өсөн
– 1 стакан иләнгән көл,
– 2 г марганцовка,
– 2 г бор кислотаһы (порошок),
– 1 ҡалаҡ йод кәрәк.
Әҙерләү:
1. Көлгә 2 литр ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғанын көтөргә.
2. Һөҙөп, 10 литр һыуға ҡойорға.
3. Марганцoвка, бор кислотаһы һәм йод өҫтәргә.
4. Япраҡтары һыуланғансы һибергә.