17.06.2019 Өс йәшкә тиклемге 2678 бала сират көтә
Балаларҙың 100 проценты мәктәпкәсә белем алырға тейеш. Һүҙ 7 йәшкә тиклемге балаларҙы балалар баҡсалары менән тәьмин итеү тураһында.
Әлеге көндә Башҡортостанда төп бурыс - 3 йәшкә тиклемге сабыйҙарға баҡсаларҙа урын табыу. Сиратта 25 860 бала (электрон сиратта - 88 мең ғариза, уларҙы эшкәртеп, актуаль сират төҙөлә), уларҙың 23 182-һенә урын бирелгән. Йәнә 2678-енә кәрәк. Был эште 2021 йылға 100 процент күрһәткесле итергә бурыс ҡуйылған.
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, ҡуйылған бурысты үтәр өсөн балалар баҡсаларында урында булдырырға, альтернатив формаларҙы үҫтерергә, дәүләттеке булмаған секторға булышлыҡ итергә кәрәк.
21 июндә беҙҙә "Мәктәпкәсә балалар ойошмаларына берҙәм республика сираты" системаһы асыҡ эшләй башлаясаҡ. Ата-әсәләр бында тулы мәғлүмәт ала ала.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров киләһе оперативкаға балалар баҡсалары төҙөлөш барышы һәм шәхси баҡсаларға ярҙам тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.