16.06.2019 Умарк менән Хартикайнен беҙҙән китмәксе…
«Салауат Юлаев» командаһының алмаштырғыһыҙ лидеры, Швеция легионеры Линус Умарк Рәсәйҙә һуңғы миҙгел уйнаясағын белдергән.
32 йәшлек һөжүмсе өфөләр составында 2015 йылдан алып уйнай. Быға тиклем Швеция, Швейцария, Финляндия беренселектәрендә ҡатнашып, НХЛ-да ла үҙен һынай. Ике миҙгел «Динамо» (Мәскәү) клубында ла сығыш яһап өлгөрә. Юлаевсыларҙағы уҙған миҙгел уның өсөн бигерәк тә уңышлы була. Швед үҙен ысын капитан итеп күрһәтте.
Шулай уҡ билдәле Финляндия уйынсыһы Теему Хартикайнен да беҙҙән китмәксе. Башҡортостан хоккей һөйөүселәренең һөйөүен яулаған һөжүмсе «Салауат Юлаев»та алты йыл уйнай. Уҙған миҙгелдә юлаевсыларҙың бар рекордын да яңыртып, команда етәкселеге уның майкаһын аренаға элеп, исемен мәңгеләштермәксе булған.