14.06.2019 Бөрөнән, Яңауылдан Өфөгә барыусылар һаҡ булығыҙ!
14-17 июндә Өфө-Бөрө-Яңауыл юлында хәрәкәт сикләнәсәк.
Атап әйткәндә, 33-сө һәм 41-се саҡрымдары буйлап өс көн дауамында машиналарға үтеү тыйыла. Сәбәбе - был маршрут буйлап ауыр йөклө автопоезд үтәсәк. Уның киңлеге 5 метрҙан аша, бейеклеге 6 метрға етә, ә тиҙлеге сәғәтенә 5 саҡрымдан артмаясаҡ.
Автопоезд үткәндә уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күҙәтәсәк.