RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Замана журналисы эше

14.06.2019 Замана журналисы эше

Эштән башығыҙ тубалдай булып ҡайтҡаны бармы? Ҡайтам да йығылам, рәхәтләнеп йоҡлап алам тип йүгерә - атлай ҡайтаһың да ул, ә йоҡо алмай, баш сатнап ауырта. Дарыу эсһәң дә ебәрмәй...

Магазинға инәһең дә нимәгә ингәнеңде онотаһың. Инеп барғанда магазин ишеге янындағы " йәшник"кә тотоп ингән сумка - пакетыңды һалып бикләйһең, сығышлай алырға онотаһың. Ярты юлды үткәс үҙ - үҙеңде әрләй - әрләй кире барып алаһың... Иҫеңә төшмәһә, бер тәүлек шунда ятыуы ихтимал әле...

Бөтмәҫ - төкәнмәҫ яҙыуҙар. Яҙ, уҡы, төҙәт. Уның араһында социаль селтәр һәм интернет өсөн эшлә. Яҙ, ҡуй, отчет бир. Word программаһында ғына бармай, exсеl программаһында ла тултыр...

Аҙаҡ донъя күргән яҙмаңды һана, линейка менән һәр береһенең майҙанын иҫәплә, 43 тема буйынса отчет бир. Ҡыҫҡаса эстәлеген яҙ. Һәр береһенә кәм тигәндә өсәү булырға тейеш. Тейеш, тейеш. Уф!

Унан өҫтән ебәргәндәргә тәржемә эшлә. Бушлай!

Башың ҡайнап, сабып йөрөгәндә кемдер килеп инә. Ҡотлау яҙып бирегеҙ әле. "Ооой, Хоҙай, ул бит һинең яҡың кешең, һинән уны яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Әйҙә, маҡта, изге теләгеңде юлла, рәхмәттәр уҡы". Юҡ инде, яҙып бир. Ғүмере күрмәгән кешегә ябай ғына ҡотлау яҙып бирһәң, риза булмай эргәлә оҙаҡ тапаналар әле...

Йәнә берәүһе инә. Үҙе тураһында уҡыған да ҡыуанған икән. Башы күккә тейгән. Ҡыуанысынан рәхмәттәр уҡый. Таҡмаҡҡа маһир булғаны таҡмаҡ әйтеп бейей, ҡурайҙа оҫта уйнағаны ҡурайҙа һыҙҙыра ғына, гармунсыһы гармунда...

Яңғыҙағы килеп инә. Тыңлаусы булғанда тигәндәй, әй һөйләй. Күңеле була. Ҡайғы - хәсрәткә батҡаны инә, уныһы ла эсендәген бушатып һала.

Китап сығарам тигәне "Компьютерҙа баҫып ҡына бир ", - ти. Урыҫына, үҙ телен белмәгәнгә йәнә тәржемә кәрәк.
Ул арала телефондар шылтырай. Унда килегеҙ, бында килегеҙ... Йә иһә автоматтан атҡандай әрләп, телефон трубкаһын ташлап та ҡуялар. Йә, Хоҙай, быныһы кем булды әле?!

Өҙөгөләнәһең - йолҡҡоланаһың...Башлаған ғына эшеңде кемдер бүлә, аҙаҡ онотаһың. Ул арала электрон почтаға тағы хат килә: отчет кәрәк! Йәнә компьютерға текәләһең, таблица тултыраһың. Муйының кәкрәйеп, ҡатыуың ҡалҡҡансы...

Мәғлүмәт күплегенән башың тубал түгел, әллә нәмә булыр. Шунда ла, башың ҡайнап торғанда ла, хата ебәрмәй генә эшләп ҡара...Әйтеүе генә анһат. Ҡайһы саҡ берәүҙе лә күрмәй генә, һөйләшмәй генә йәшенеп ятҡы килә)))))) Ысын.
Зиһен эше физик эштән һис кенә лә еңел түгел шул!

Шул ҡаңғырыҡ, шау - шыуҙа ла бар булмышыңды ижадҡа биреп ҡара әле! Рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп, бар күңелеңде биреп яҙған ижад емешең генә өҫтәгеләргә кәрәк түгел, был йәһәттән отчет та юҡ...

Отчет өсөн баш күтәрмәй эшләгәндә лә, ваҡыт тығыҙ булһа ла, ижадҡа бирелергә әмәл табып, бәләкәй эш хаҡына ла күнеп эшләгән коллегаларға дан! Иртәгә беҙҙең байрам! Ҡотлайым! Һаулыҡ, ғаилә именлеге һеҙгә!




Автор: Р. УСМАНОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне