12.06.2019 Өкөнән нисек һабантурғайға әйләнергә?
22:00. Кеше иҫнәй башланы, ә һин бөйөк эштәр ҡыйратырға әҙерһең. Күҙҙәрең дә тап өкөнөкө кеүек баҙлап тора. Эйе, белгестәр һинең кеүек төндө оҙонайтыусыларға "өкө", ти.
"Һабантурғай" ҙа бар әле. Өкөләр йоҡоға талғанда йыр һуҙа торғандар.
Ғалимдар әйтеүенсә, кешегә һабантурғай булыу яҡшыраҡ. Шуға ла тәжрибә үткәреп ҡарағандар. Был тикшереүҙә 22 йәш кеше ҡатнашҡан. Барыһы ла - "өкө"ләр булған. Йәғни уларҙың әүҙем сәғәттәре төнгө 02:00 менән иртәнге 10:00 араһына тура килгән.
Тәжрибә барышында ҡатнашыусылар көн тәртибен ике сәғәткә күсереп торған. Бер ниндәй ҙә психотроп препараттар ҡулланмағандар. Бары тик, ғалимдар ҡушыуынса, иртән торғас та ашағандар һәм кис көнө 19:00 сәғәттән һуң ашамаҫҡа тырышҡандар.
Һөҙөмтәлә, йәштәр депрессиянан ҡотолған, физик яҡтан көс килеүен тойған, ҡушылғанды ла ентекле үтәгән.
Баҡһаң, тырышҡанда "өкө"нән "һабантурғай"ға әйләнеүе ауыр түгел икән.
Был мәғлүмәтте уҡып, бер "өкө" иртәгәнән башлап төнгө 02:00 сәғәттә түгел, ә 24:00-дә йоҡларға ятырға үҙенә вәғәҙә бирҙе. Ғалимдар белә: һабантурғайға йәшәүе йәтешерәк.