11.06.2019 18 уҡыусы математиканан 100 балл йыйған
Быйыл 19 787 сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра.БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала профилле математиканы тапшырған 11 083 уҡыусынан 18 кеше һынауҙы 100 балға яҙған (былтыр өсәү булған) . Был «башлы» математик балаларҙың 11-е – Өфөнән, икәүһе Нефтекама ҡалаһынан, өсөһө Октябрьскиҙан.