07.06.2019 Краснокама районы башлығы итеп Рөстәм Мусин һайланды
Бөгөн рәсми рәүештә республиканың Краснокама районы хакимиәте башлығы итеп Рөстәм Мусин тәғәйенләнде. Район советының бөтә депутаттары ла ошо ҡарар өсөн тауыш бирҙе.
Рөстәм Мусин Башҡортостандың Мишкә районы Иштыбай ауылында тыуған. Уға 53 йәш. Урындағы совхозда ветеринар табибы булып эшләгән, 1996-2000 йылдарҙа — Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эш буйынса урынбаҫары. 2015 йылдың февраленән 2019 йылдың 14 майына тиклем Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы вазифаһын атҡарған.