07.06.2019 Күп балалылар өсөн айырым закон сыға
Күп балалы ғаиләләр һанын арттырыу Рәсәйҙәге демография проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бының өсөн махсус закон ҡабул ителергә тейеш, ти РФ Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко.
Был закондың өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә гарантия булыуы шарт.
Әле, үкенескә күрә, кешеләр күпләп тыуған яҡтарын ташлап, ситкә күсенә. Аҡсалыраҡ, эшлерәк төбәккә йә илгә, әлбиттә. Шунан халыҡ һаны кәмей инде.
"Чтобы уверенно держать на своих плечах наше огромное пространство и надежно обеспечить суверенитет государства на всей необъятной территории страны, нас, граждан России, должно быть много. По сути, речь идет о задаче, которую Президент России Владимир Путин в Послании назвал сбережением народа", - ти Матвиенко ханым.
Күп балалыларға ярҙам йөҙөнән программалар байтаҡ та ул. Төбәктәрҙә тыуымды күтәреү буйынса өҫтәмә саралар уйлап тапһалар ҙа яҡшы булыр ине. Тик нисегерәк итеп? Бала таба алған ғаилә йәшәгән һәр ишек төбөнә килеп, демографияға ярҙам итегеҙ, тип ҡысҡырып булмай ҙа инде. Ғаиләләр иртәгәһе көндә ни булырын аныҡ ҡына белмәй, шуға ишәйергә ҡурҡа.
Валентина Матвиенко күп балалы ғаиләләрҙең статусын билдәләгән һәм уларға булышлыҡ итерлек закон быйыл уҡ әҙерләнеп, ҡабул ителеүенә өмөтләнә. Ә ғаиләләр нисек өмөтләнгәнен белһәгеҙ!..