07.06.2019 "Маткапитал" күләме арта
Әсәлек капиталының нисә һумға етәсәген беләһегеҙме? Киләһе йылға уҡ артасаҡ ул.
РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр: 2020 йылдан маткапитал 470 мең һумға еткереләсәк. Унан һуң ярты миллионға ла күп ҡалмай.
Индексация 1 ғинуарҙан яһала. Хупланған, аҡса табылған. 2020 йылдың тәүге көнөнән күп нәмәгә дүрт процентҡа тиклем хаҡтар артыуы мөмкин. Быныһын да белегеҙ.