07.06.2019 Ярты ҡолағын тешләп өҙгән
Өфөнөң Дим район суды 44 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул икенсе кешенең һаулығына күрәләтә тороп етди зыян яһауҙа ғәйепләнә.
Район прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2017 йылдың июнендә магазин һаҡсыһы һәм һатып алыусы араһында янъял ҡупҡан. Һүҙ көрәштереү һуғышыуға күскән: ғәйепләнеүсе үҙен йәберләтеүсенең арттан арҡаһына һикергән һәм һул ҡолағының яртыһын телшәп өҙгән.
Зыян күреүсегә оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килгән. Уға ҡолағын кире теккәндәр, тик уныһының бер өлөшө генә кире үҫкән.
Һаҡсыны ҡулға алғандар. Ул үҙенең ғәйебен таныған һәм енәйәткә зыян күреүсе этәрҙе тигән.
Суд ҡарары менән Өфө "Майк Тайсоны" (данлыҡлы бокссы, ул да ҡаршы көрәшеүсенең ҡолағын тешләп өҙгән) ике йыл һынау ваҡыты менән өс йылға шартлы рәүештә хөкөм ителгән.