06.06.2019 Черчесов яңыларға өмөт итә
Футбол буйынса Европа беренселегенең һайлап алыу төркөм осрашыуҙарын Рәсәй йыйылма командаһы үҙ майҙанында үткәрәсәк.
Иртәгә улар Сан-Марино уйынсыларын ҡабул итһә, 11 июндә Кипр футболсыларына ҡаршы һынау уҙғарасаҡ. Әлеге ваҡытта Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре, ике уйындан һуң өс мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә икенсе урын биләй.
Команданың баш тренеры, төп уйынсыларҙан тыш, яңыларына ла өмөт бағлай. Әле унда яңыларҙан Иван Обляков (ЦСКА), Николай Комличенко («Млады Болеслав», Чехия), Зелимхан Бакаев менән Резиуан Мирзов (икеһе лә – «Арсенал»дан) күнекмәләр уҙғара. Бигерәк тә Комличенкоға ышаныс ҙур һымаҡ тойола. Сөнки ул Чехия чемпионатында 29 тапҡыр уңышҡа өлгәшә.