07.06.2019 Коукалова ла китергә мәжбүр
Чехияның билдәле биатлонсыһы Габриэла Коукалова шөғөлөнә нөктә ҡуйырға булған.
29 йәшлек спортсы, һаулығына зарланып, уҙған миҙгелдә ярышҡа бөтөнләй сыҡманы. Инде һауығып, быйыл сығырмы тиһәләр, спорттан китергә булды.
Чехия биатлонсыһы – Олимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш миҙал призеры, икешәр тапҡыр донъя чемпионатының алтын, көмөш һәм бронза наградаларын да тағып өлгөрә. Бер миҙгелдә Донъя кубогы этаптары һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе булып та танылды.
Шулай уҡ ул Рәсәй спортсыларына яла яғыу буйынса ла билдәле.
Яңыраҡ донъяның икенсе билдәле биатлонсыһы Лаура Дальмайер ҙа ҙур спорттан китеүе хаҡында белдергәйне.