06.06.2019 Һабантуйҙа йөрөгәндә аттарҙан һаҡ булығыҙ!
1 июнь көндө Баҡалы районында үткән һабан байрамында ат сабышы мәлендә бер дөлдөл үрәпсеп, тамашасылар араһына инеп киткән. Ул тамашасыларға бәрелгән, бала арбаһын ауҙарған. Ярай, бәхеткә күрә, сабый ҡазаланмаған.
Байрамда дежур иткән "ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгән кешеләргә медицина ярҙамы күрһәткән.
Аттар сабышҡан урында һаҡ булығыҙ. Юлына яҡын тормағыҙ.