06.06.2019 Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү башланды
5 июндә Ауырғазы районының "Урожай" ауыл хужалығы предприятиеһы күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыуға төшкән. Бер көн эсендә 200 гектар майҙан яҙмаларға һалынған. Шуның менән республикала мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды.
Быйыл төбәктә хужалыҡтарҙың бөтә типтары мал аҙығына 802 мең га ер майҙаны бүлгән. Улар араһында күп йыллыҡтар 453 мең га тәшкил итә. Бер йыллыҡтарға 140 мең га тура килә, шуның 42 меңе судан үләне һәм уның ҡатнашмаһы биләйәсәк. Шартлы бер баш малға бесән һәм сенаждан 28-30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү планлаштырыла.