06.06.2019 Тәмәкегә хаҡ артырмы?
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәке компаниялары өсөн экология йыйымын раҫланы. Эксперттар белдереүенсә, был папирос-сигареттар хаҡы артыуына килтерәсәк.
Ни өсөн аҡса йыйырға булып киткәндәр? Баҡтиһәң, кешеләр тәмәке тартып бөткәс, төпсөктәрҙең күбеһен урнанан ситкә ташлай. Шулай итеп 680 миллион тонна сүп-сар барлыҡҡа килә.
Тәмәке янғанда төпсөктәрҙә 7 меңдән ашыу химик матдә туплана. Быларҙың барыһы етди экологик хәүеф менән янай.
Экология йыйымын индереүҙе РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм Финанс министрлыҡтары хәл итәсәк.