06.06.2019 Владимир Путин Украинаның яңы Президенты менән осрашырмы?
Ике Владимир ҡасан да булһа килешеүҙәр өҫтәленә ултырырға тейештер бит? Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Украинаның яңы һайланған башлығы Владимир Зеленскийҙың осрашыуы тураһында һүҙ.
Әле был хаҡта һөйләргә иртәрәктер, тигән фекерҙә РФ-тың сит ил эштәре министры Сергей Лавров. Уныңса, әле Киев яғынан йүнле сигналдар килгәне юҡ. Шуға ла ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүе урынһыҙ. Лавров фекеренсә, беҙ хатта күрше дәүләттең яңы етәкселегенең Рәсәй буйынса ниндәй сәйәсәт алып барырын да белмәйбеҙ.
Элекке комиктың эш йүнәлеше аңлашылмай, тимәк.
Апрелдә Пекинға форумға барғанында, осрашыу ҡасан була, тигән һорауға Владимир Путин үҙе былайыраҡ яуаплағайны: "Зеленский изгеләр рәтенә индерелмәгән әлегә уның ҡаршыһына барып баҫырға, шулай ҙа осрашыуҙы ойошторорға мөмкин. Ул саҡта иң тәүҙә һүҙ Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы ғауғаны нисек бөтөрөү тураһында барасаҡ".