05.06.2019 Зарифтан сәләмдәр!
Байтаҡтан бирле күп кешеләр, Зариф Хилажевтың хәлен белә алмай зар-интизар булабыҙ ҙаһа, бер-ике ауыҙ һүҙ булһа ла, яҙыр инегеҙ, тип һорай. Ғинуар айындағы фажиғәлә ҡаты йәрәхәттәр алған Зариф менән бөгөн әңгәмәләшеп, яҙмышына битараф булмаусыларға уның сәләмдәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашығабыҙ.
Зариф яңыраҡ Ҡурған ҡалаһында дауалау курсын үткән. Ундағы табиптар Зарифҡа, һине бөртөкләп йыйған хирург-травматологтарға шәм ҡуйыр кәрәк – операцияларҙы бик оҫта башҡарғандар, тип Учалы һәм Өфө коллегаларының эшенә, егеттең үҙенең тырышлығына һоҡланған. Сөнки Зариф көн дә махсус күнекмәләр яһап, һул ҡулын бер аҙ тергеҙгән, ләкин киләсәктә тағы операциялар талап ителә әле (икенсе ҡулында иһә елле генә Илизаров аппараты тора). Әлеге ваҡытта Зариф “больничный”ҙа. Шулай тиһәң дә, бер ҙә эшһеҙ ятырға теләмәй, бер туҡтауһыҙ фермер хужалығына барып йөрөй, балалары менән мәж килә, ата-әсәһенә ярҙам итергә тырыша. Хәҙер минең маҡсатым – ҡыҙым менән улымды ҡыуаныстарҙа үҫтереү, ти Зариф. Ҡояшлы ғына балаҡайҙар атаһын, олатай-өләсәйҙәрен, башҡа туғандарын һөйөндөрөп, һау-сәләмәт үҫһен, бәхетле булһын! Ә Зариф тиҙерәк тулыһынса төҙәлһен!